5 декабрь, Дүшәмбе

15 ғинуар 2010 йыл, 12:04

«Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары» конкурсы старт алды

автор: Эльвира Латипова

Республикала “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы старт алды.

Был конкурс БР Хөкүмәте бойороғона һәм 2009-2011 йылдарға “Башҡортостан Республикаһында тауарҙар һәм хеҙмәтләндереүҙәр сифаты һәм хәүефһеҙлеге” программаһына ярашлы йыл һайын үткәрелә.  

Комиссия тауарҙарҙы һәм хеҙмәтләндереүҙәрҙе «производство-техник тәғәйенләнештәге продукция», «халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары», «аҙыҡ-түлек тауарҙары» «хеҙмәтләндереүҙәр» номинацияларында ҡараясаҡ.

Был конкурс сиктәрендә шулай уҡ «Иң яҡшы сифат менеджменты системаһы» һәм «Сифат буйынса иң яҡшы менеджер» конкурстары үткәрелә.

Республика конкурс комиссияһы ҡарауына заявкалар һәм документтар комплекттарын БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге 2010 йылдың 1 мартына тиклем ҡабул итә.