6 декабрь, Шишәмбе

15 ғинуар 2010 йыл, 12:03

“Салауат Юлаев” Хабаровскиҙың “Амур”ынан еңелде

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә  2010 йылдағы тәүге матчты Өфөнөң “Салауат Юлаев”ы тыуған “Өфө-Арена”һында үткәрҙе. Һәм өсөнсөгә еңелде. Был юлы Өфө клубын Хабаровскиҙың “Амур”ы рәнйетте.

Тәүге осорҙа был көндә тыуған көнөн билдәләгән Владимир Антипов буллитты тормошҡа ашыра алманы, ә ҡунаҡтар бының өсөн Өфө оборонаһын язаланы — 0:2.

Икенсе ваҡыт арауығы башында Хабаровск егеттәре күпселектә булыуҙарын ҡулланды һәм иҫәпте ҙурға ебәрҙе – 0:3. Бары Игорь Григоренко ғына иҫәпте берәүгә кәметә алды – 1:3.

Өсөнсө осорҙа ҡаршы команданы ҡыуып етеү теләге бер тапҡыр ғына уңышҡа осраны – Владимир Антипов ырғытҡанға сәкәнен ҡуйырға өлгөргән Константин Кольцов арҡаһында иҫәп айырмаһы ҡыҫҡарҙы — 2:3. Шунан артығына “юлаевсыларҙың” көсө етмәне.

14 ғинуарға ҡарата Чернышев Дивизионында турнир торошо түбәндәгесә: 1.“Салауат Юлаев (Өфө) – 94 мәрәй (44 уйын); 2.”Авангард” (Омск) – 71 (41); 3.”Барыҫ (Астана) — 62 (45); 4.«Себер» (Новосибирск) – 47 (43); 5.«Амур» (Хабаровск) – 47 (43); 6.«Металлург» (Новокузнецк) – 42 (43).

18 ғинуарҙа “Салауат Юлаев” ҡунаҡта Новосибирскиҙың “Себер”е менән уйнаясаҡ.

темалар: хоккей,КХЛ