3 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2010 йыл, 11:12

Журналистарҙы «Хоҡуҡи Рәсәй» конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

автор: Любовь Колоколова

«Хоҡуҡи Рәсәй» V Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды. “Киң мәғлүмәт саралары хоҡуҡи Рәсәй өсөн” номинацияһы сиктәрендә журналистарҙың эштәре 12 мартҡа тиклем ҡабул ителәсәк.

Профессиональ ярышта ойоштороу комитеты адресына үҙ эштәрен ебәргән һәр киң мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнаша ала. Эштәр граждандарға хоҡуҡи тәғлимәт биреү, хоҡуҡ белемен күтәреү темаларын яҡтыртырға, кешенең хоҡуҡ һәм азатлыҡтарын яҡлау, хоҡуҡ мәғлүмәтенең асыҡлығын тәьмин итеү мәсьәләләрен сағылдырырға тейеш.

Конкурс эштәре 2009 йылдың 1 ғинуарынан 12 декабренә тиклем осорҙа матбуғат, интернет-баҫмаларҙа сыҡҡан йәки телевидение, радио аша тапшырылған булырға тейеш. Мәҡәләлә кәмендә 3500 билдә булырға, репортаж, сюжет йәки интервью хронометражы 12 минуттан ашмаҫҡа тейеш.

Конкурста ҡатнашыу өсөн www.garant.ru сайтында теркәү үтергә, анкета һәм заявка тултырырға кәрәк.

Еңеүселәр һәм лауреаттар почетлы дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк: беренсе урын өсөн — ноутбук, икенсе — кеҫә персональ компьютеры, өсөнсө урын өсөн — цифрлы фотокамера.

Бишенсе «Хоҡуҡи Рәсәй» конкурсына май аҙағында еңеүселәрҙе наградлау тантанаһында йомғаҡ яһаласаҡ, тип хәбәр итә ГАРАНТ Рәсәй хоҡуҡи мәғлүмәт ассоциацияһы матбуғат хеҙмәте.