9 декабрь, Йома

15 ғинуар 2010 йыл, 10:55

Еңеүҙең 65 йыллығына “Тыл геройҙары” серияһының 19 томы сығарыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт “Китап” нәшриәтендә “Тыл геройҙары” серияһында китаптар нәшер итеү дауам итә. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләүгә ҡарата “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Башҡортостан халҡы исемлеге ингән 19 томлыҡ сығарылыуы көтөлә. Әлеге ваҡытта 13 томы баҫтырылған.

“Тыл геройҙары” серияһы үҙ-үҙен аямай хеҙмәт итеүе менән фашистар Германияһын Еңеүгә булышлыҡ иткән тыл хеҙмәтсәндәре исемен мәңгеләштереү ниәтенән нәшер ителә. Миҙал менән бүләкләнгән тыл хеҙмәтсәндәре исемлеге Башҡортостандың район һәм ҡалаларын алфавит тәртибендә урынлаштырыуға бәйле төҙөлгән. Ҡыҫҡаса биографик белешмәлә тыуған йылы, йәшәгән урыны һәм бүләкләнгән ваҡытта биләгән вазифаһы күрһәтелгән.

Һәр китап 5000 дана менән, ҡаты тышлыҡта сыға. Китаптарҙы Китап нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тыл геройҙары”ның тәүге томына Әбйәлил, Әлшәй, Архангель, Асҡын райондары һәм Ағиҙел ҡалаһы тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында мәғлүмәт ингән. Икенсе томда Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы районы халҡы тураһында белешмә тупланған. Өсөнсө том — Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай райондарын, дүртенсеһе — Белорет һәм Бишбүләкте, бишенсеһе Бөрө, Благовар, Бөрйән райондарын үҙ эсенә ала.  Алтынсы томда Бүздәк, Борай, Ғафури райондары халҡы тураһында, етенсеһендә — Дәүләкән, Дыуан, Дүртөйлө, Ейәнсура райондары, һигеҙенсеһендә — Ишембай һәм Ҡалтасы районы халҡы тураһында, ә туғыҙынсыһында Йәрмәкәй, Йылайыр, Иглин һәм Илеш районы тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында мәғлүмәт тупланған. Унынсы том Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Краснокама райондарын, 11-сеһе – Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мәләүез, райондары менән Күмертау һәм Межгорье ҡалаларын, 12-сеһе Мәсетле, Мишкә, Нуриман райондарын, Нефтекама ҡалаһын үҙ эсенә ала. 13-сө томда Октябрьский, Салауат, Сибай ҡалаһы, Салауат һәм Стәрлебаш райондарының хеҙмәтсәндәре хаҡында белешмә табырға мөмкин.

Китап нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов әйтеүенсә, “Тыл геройҙары” серияһы бөтә ил кимәлендә уникалдәрҙән һанала. Китаптарҙы нәшер итеүгә аҡса республика бюджетынан бүленгән.