Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Уникаль ҡорамалдар ҡулланған өсөн субсидия алырға мөмкин

Иҡтисад

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы Башҡортостан Республикаһында махсуслаштырылған һәм уникаль ҡорамалдар (русса — СУО) ҡулланыуға киткән сығымдарҙы субсидиялауға документтар ҡабул ителә башлауы тураһында хәбәр итә.

БР сәнәғәт министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, субсидиялар ике йүнәлеш буйынса бирелә. Беренсеһе ғариза биреүсе (заказ яһаған кеше) һәм милексе (ҡорамалдың хужаһы) йәки ҡорамалдың башҡа төрлө законлы эйәһе (подрядсы, эш башҡарыусы) араһындағы килешеү нигеҙендә СУО ҡулланып башҡарылған хеҙмәттәргә (башҡарылған эште) түләүгә киткән сығымдарҙың билдәле өлөшөн ҡаплауға йүнәлтелгән. Икенсе йүнәлеш ҡуртымға алыуға, лизингы йәки ғариза биреүсе һәм милексе араһындағы килешеү буйынса СУО-ны  ваҡытлыса ҡулланыу өсөн түләүҙәрҙе өлөшләтә ҡаплауға бәйле.

Беренсе осраҡта 2/3 күләмендә сығымдар субсидияланасаҡ, икенсеһендә — ҡап яртыһы. Ғариза биреүсе үрҙә билдәләнгән ике йүнәлештең береһе буйынса ярҙамды йылына бер тапҡыр алыу хоҡуғына эйә.

СУО ҡулланыуға бәйле сығымдарҙың өлөшөн ҡаплауға йүнәлтелгән субсидияның максималь күләме 250 мең тәшкил итә.

Документтар БР сәнәғәт министрлығында 16 апрелгә ҡәҙәр ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть