10 декабрь, Шәмбе

15 ғинуар 2010 йыл, 9:53

ЮНЕСКО-ның Башҡортостанға арналған махсус сығарылышы донъя күрҙе

автор: Марина Шумилова

“Башҡортостан Республикаһы донъя мәҙәниәт диалогында” — Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының күптән түгел донъя күргән махсус сығарылышының (9-сы һан) темаһы шулай атала. Бай йөкмәткеле һәм сағыу һүрәттәрҙән торған журнал тулыһынса Рәсәй төбәге — Башҡортостан Республикаһына арналған тәүге һан.

Журнал Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеү сиктәрендә 2008 йылдың мартында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында республикабыҙ менән таныштырғандан һуң сығарылды. “Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән” халыҡ-ара презентацияһы донъя берләшмәһенә республиканың бай һәм сағыу мәҙәниәтенә яҡынайыу, Евразия үҙәгендә ятҡан уникаль төбәк менән яҡынданыраҡ танышыу мөмкинлеге бирҙе. ЮНЕСКО ҡарамағында аккредитацияланған 120 дәүләт вәкиленә заманса технологиялар ярҙамында Башҡортостандың тарихи-мәҙәни, ғилми, тәбиғи ҡеүәтенең бөтә комплексы, уның бөгөнгө социаль-иҡтисади йөҙө, үҫеш перспективалары күрһәтелде.

“Тылсымлы ҡурай” күргәҙмәһе һәм ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында гала-концерт, Башҡортостан Республикаһы менән ЮНЕСКО араһында Хеҙмәттәшлек тураһында коммюникеға ҡул ҡуйыу, “Башҡортостанда мәҙәни һәм тел плюрализмы” ғилми семинары танышыу сараһының төп ваҡиғалары булып торҙо. Унда Башҡортостан Республикаһындағы ассоциацияланған ЮНЕСКО мәктәптәренең йәштәр делегацияһы ЮНЕСКО мәктәптәре селтәренең халыҡ-ара координаторы Зигрид Нидермаер һәм Париждағы ЮНЕСКО ассоциацияланған мәктәптәре уҡыусылары менән осрашты. ЮНЕСКО китапханаһына һәм музейына Башҡортостан тураһындағы әҙәбиәт, милли экспонаттар тапшырылды. Быларҙың барыһы ла баҫманың махсус һанында сағылыш тапҡан.