Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Милиция генерал-майоры Владимир Лукьянов менән осрашыу

Сәйәсәт

14 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы милиция генерал-майоры Владимир Лукьянов менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөгә ул Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы эшендә ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыу барышында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса үҙ-ара артабан эш итеү мәсьәләләре тикшерелде. Шулай уҡ Эске эштәр министрлығының 2010 йылға эшендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәр хаҡында һүҙ барҙы, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевтың илдәге хоҡуҡ һаҡлау системаһын камиллаштырыу буйынса инициативаларын тормошҡа ашырыу саралары тикшерелде.

Әңгәмә барышында Владимир Лукьянов, 2009 йыл йомғаҡтарына ҡарап, Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы эшен ыңғай баһаланы.

— Беҙ оператив эштә лә, Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлау органдарын матди-техник яҡтан тәьмин итеүҙә лә яҡшы динамика күрәбеҙ, — тине Рәсәй Эске эштәр министрлығының Тыл департаменты начальнигы Владимир Лукьянов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть