Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Октябрьскиҙа “Йәш спецназсы” өсөнсө ҡышҡы лагеры үтте

Йәмғиәт

Ҡышҡы каникул көндәрендә Октябрьскиҙың мәктәп-интернаты нигеҙендә “Йәш спецназсы” ҡышҡы хәрби-спорт лагеры үтте. Рәсәй Федерацияһының Наркотиктар әйләнешен контроллек итеү федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм Октябрьский ҡалаһы хакимиәте өсөнсө йыл рәттән ҡышҡы каникул ваҡытында үҫмерҙәрҙе йыя.

Сарала 48 үҫмер ҡатнашҡан, үткән йылдарҙағы ҡышҡы һәм йәйге каникулдарҙа “йәш яугир” курсын үткәндәр был юлы мәртәбәле һәм яуаплы командир вазифаһына тәғәйенләнгән.

Йолаға әйләнгән программа буйынса егеттәрҙе ҡул көрәше, строевой һәм физик әҙерлек, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә үҙеңде тотоу нигеҙҙәренә өйрәтеү, бассейнда йөҙөү, мәҙәни-ял саралары көтә ине. Был юлы, егеттәрҙән тыш, бында “Йәш спецназсы” ҡала хәрби-патриотик клубының “Ассоль” бүлексәһе ҡыҙҙарының ҡатнашыуы лагерҙың үҙенсәлеге булды.  

“Бындай лагерҙарҙы ойоштороу – йәштәр һәм үҫмерҙәр араһында наркомания һәм енәйәтселекте профилактикалау буйынса алып барылған дауамлы эш ул. Беҙҙең бурыс – егеттәребеҙ һәр төрлө ауыр минуттарҙа офицерҙарыбыҙ йөҙөндә ярҙам һәм терәк тапһын,” – тип билдәләй Октябрьский ҡалаһы буйынса накоконтроль бүлеге начальнигы Геннадий Леденев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть