Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

“Йәшел аҙна-2010” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә Башҡортостан делегацияһы

Иҡтисад

2010 йылдың 14 ғинуарынан 17-һенә тиклем БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы йыл һайын ГФР-ҙың баш ҡалаһында үткәрелгән "Йәшел аҙна  — 2010" Халыҡ-ара күргәҙмәһе эшендә ҡатнаша.

Күргәҙмә традицион рәүештә агросәнәғәт производствоһы, фән һәм техника үҫешендәге ҡаҙаныштар смотры, конференциялар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреү, эшлекле бәйләнештәр урынлаштырыу урыны булып тора.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй экспозицияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы стенды ҡуйылған, унда Башҡортостан агросәнәғәт комплексы продукцияһы тәҡдим ителә.

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составына шулай уҡ Бөрө районы хакимиәте башлығы Николай Хорошилов, "Башспирт" асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Николай Князев һәм башҡа эшлекле даирәләр вәкилдәре инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть