3 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2010 йыл, 15:59

Биш гәзит иң яҡшы төбәк киң мәғлүмәт саралары рейтингына инде

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың биш ваҡытлы матбуғат баҫмаһы «Айҙың иң яҡшы материалы» Бөтә Рәсәй урындағы һәм төбәк матбуғаты профессиональ журналистар конкурсы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары рейтингына инде. Рейтингыла алда "Туймазинский вестник" гәзите килә, унан ҡала «Октябрьский нефтяник», «Белебеевские известия», «Красное знамя» (Нефтекама), республика «Молодежная газета» гәзиттәре. «ТОП-83» (Рәсәй Федерацияһы субъекттары һаны буйынса) конкурсы лауреаттары араһында — Башҡортостандан 16 журналист. Был бик тос һөҙөмтәләр!

2009 йылғы урындағы һәм төбәк матбуғаты журналистары конкурсына Яңы йыл һәм Рәсәй матбуғаты көнө алдынан Район һәм ҡала гәзиттәре ассоциацияһы йомғаҡ яһаны. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурста Рәсәйҙең 57 төбәгенең 222 гәзитенән  618 журналист ҡатнашты. Конкурсҡа 3200 эш тапшырылғайны.  

Был конкурстың үҙенсәлеге шунда, иң яҡшы конкурс эштәре ай һайын асыҡлана. Еңеү өсөн журналисҡа айҙан-айға үҙ профессиональ кимәлен раҫларға кәрәк. Бынан тыш, жюри ағзалары булып конкурсанттар үҙҙәре тора, улар үҙ коллегаларының – конкуренттарҙың эшенә баһа бирә.

Бындай форматта конкурс 2008 йылдың апреленән үткәрелә. Профессиональ ярыш система характерында. Конкурс сиктәрендә бер үк ваҡытта өс кимәлдә иң яҡшыларҙы билдәләү мөмкинлеге бар: «Рәсәй урындағы матбуғатының иң яҡшы журналисы», «Федераль округтың иң яҡшы журналисы», «Рәсәй Федерацияһы субъектының иң яҡшы журналисы».

Конкурс шулай уҡ төрлө йүнәлештәр буйынса урындағы баҫмалар рейтингын билдәләргә булышлыҡ итә: «Төбәктең/Рәсәйҙең иң яҡшы ижтимағи-сәйәси гәзите», «Иң яҡшы экологик гәзит», «Иң яҡшы иҡтисади гәзит» һәм башҡалар. Конкурс башлыса он-лайн режимында үтә. Бөтә корреспонденция электрон почта аша ебәрелә. 2010 йылда конкурс дауам итәсәк, һәм ойоштороусылар журналистарҙы унда әүҙемерәк ҡатнашырға саҡыра.

Шуны ла әйтеп үтәйек, "Туймазинский вестник" журналистарында йыл йомғаҡтары буйынса иң күп билдәләнгән материалдар (тимәк, балдар ҙа күберәк). Венера Ильясова менән Эмиль Мусин (17-шәр билдәләнгән материал), Ләлә Латипова (15) һәм Марина Колесникова (ете материал) алда бара.