6 декабрь, Шишәмбе

14 ғинуар 2010 йыл, 15:25

Киҫәк-Ҡайын ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә

автор: Ғәлиә Нәбиева, Юлай Мәғсүмов

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың республиканың төньяҡ райондарына эш сәфәре дауам итә. Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында яңы мәктәп асылғандан һуң төбәк башлығы тағы бер социаль объект төҙөлөшөн ҡараны.

Күрше Яңауыл районының Киҫәк-Ҡайын ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлөшө әүҙем алып барыла.  Ауыл клубы, спортзал, мәктәп һәм балалар баҡсаһы бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашасаҡ. Генераль подряд ойошмаһы етәксеһе – “Башнефтепромстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 7-се һанлы төҙөлөш идаралығы етәксеһе Илдус Исмәғилев әйтеүенсә, төҙөлөш эштәренең 80 проценты үтәлгән дә инде. Әлеге ваҡытта биҙәү эштәре, сантехник һәм электр ҡорамалдарын монтажлау алып барыла. Объект ваҡытлыса электр менән йылытыу схемаһына тоташтырылған.  

Республика Президенты энергетик ресурстарға һаҡсыл ҡараш кәрәклеген билдәләне. “Электр утын сарыфламай, газ менән йылытыуға күсеү мөһим,” – тине Мортаза Рәхимов. Төҙөүселәр киләсәктә социаль-мәҙәни үҙәкте йылытасаҡ газ ҡаҙанлығын тиҙ арала төҙөргә һүҙ бирҙе, уны асыу тантанаһы 2010 йылдың беренсе ярты йыллығына билдәләнгән.  

Яңауыл районы буйлап эш сәфәрендә Башҡортостан Президентын Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин оҙатып йөрөй.