6 декабрь, Шишәмбе

14 ғинуар 2010 йыл, 14:23

Үрге Тәтешлелә яңы мәктәп асылды

автор: Ғәлиә Нәбиева, Юлай Мәғсүмов | фото: Айрат Нурмухаметов

Башҡортостанда яңы белем биреү учреждениеларын асыу дауам итә. Күптән түгел Ғафури районының Красноусол ауылында 1-се мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары яңы бинаға күсеп шатланғайны, ә бөгөн Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылы халҡына ҙур байрам. Көндөң тәүге яртыһында район үҙәгендә 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башланғыс кластар бинаһы асылды. Төҙөлөш 2009 йылдың июнендә башланғайны. Ярты йылда 215 уҡыусыға иҫәпләнгән өс ҡатлы бина ҡалҡып та сыҡты. Республика бюджетынан төҙөлөшкә 23 миллион 747 мең һум аҡса бүленде. Бинаның дөйөм майҙаны – 10178,8 квадрат метр.

Яңы корпус кәрәкле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән комплектланған. Бында махсус компьютер техникаһы менән йыһазландырылған лингафон кабинеты урынлашҡан. Яңы бинала бөтәһе 11 иркен һәм уңайлы класс бүлмәһе. Үҙ ашханаһы ла бар.

Тәтешлеләрҙе ҙур ваҡиға менән ҡотларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов килде. Республика башлығы тағы бер яңы мәктәпте асыуҙа шатланып ҡатнашыуын белдерҙе. Быға тиклем башланғыс мәктәп иҫке бинала урынлашҡан булған.

Үрге Тәтешле ауылында Башҡортостан Президенты урындағы халыҡ менән аралашты, 14 һәм 17 бала тәрбиәләгән Хәйбуллиндар һәм Мәрғәмовтар ғаиләләре менән осрашты.

Башҡортостан Президентының Тәтешле районы буйлап сәфәрендә БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, мәғариф министры Зиннәт Аллаяров ҡатнаша.