4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ғинуар 2010 йыл, 12:35

Башҡортостан уҡыусылары сифатлы белем күрһәтте

автор: Николай Ермоленко

Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы уҡыусылары традицион төбәк-ара олимпиадала мари телен һәм әҙәбиәтен яҡшы белеүҙәрен күрһәтте. Олимпиада Марий Иле Республикаһында “Милли президент төп дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты” базаһында үтте, унда төбәк олимпиадаларында еңеүсе 100-гә яҡын 9–11-се синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Финал өлөшөндә “хужаларҙан” тыш, Башҡортостан, Татарстан һәм Киров өлкәһе вәкилдәре сығыш яһаһа ла, Марий Иле Республикаһы Мәғариф министрлығы пресс-релизында, еңеү яулаған урындағы уҡыусыларҙан тыш, Башҡортостан вәкилдәре генә билдәләнгән.