Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Эшҡыуарҙар союзында 2010 йылға эш пландарын тикшерҙеләр

Иҡтисад

Өфөнөң Эшҡыуарҙар союзында 2010 йылға эш планы ҡабул ителде. Был турала Союз директоры урынбаҫары Лариса Землянова хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, йәмәғәт ойошмаһы эшҡыуарҙар өсөн бәләкәй бизнестың актуаль мәсьәләләре буйынса аҙна һайын консультациялар, шулай уҡ ай һайын бизнес-иртәлектәр үткәреүҙе дауам итәсәк. Ғинуар аҙағында үтәсәк бизнес-иртәлектә «Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт уставына үҙгәрештәрҙе нисек дөрөҫ индерергә» темаһы тикшереләсәк. Апрелдә Өфө Эшҡыуарҙар союзы ағзаларының Өфө ҡала үҫеш һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам фонды менән берлектә дөйөм йыйылышы планлаштырыла.

Лариса Землянова шулай уҡ әлеге ваҡытта Германия бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренең Өфө производство предприятиелары вәкилдәре менән осрашыуын әҙерләү тураһында немец эшҡыуарҙары менән һөйләшеүҙәр алып барылыуы хаҡында хәбәр итте. Осрашыу темаһы  — «Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең инновацион технологиялары».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть