Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Ҡала эргәһе тимер юл транспортында йөрөүгә льготалар һаҡлана

Иҡтисад

Социаль хеҙмәтләндереүгә эйә булған граждандарҙың тимер юл транспорты менән файҙаланыу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Әммә улар льготасыларҙың йөрөүгә хоҡуҡтарын сикләмәй, тип хәбәр итә Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәте.

Мәҫәлән, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығы менән 2010 йылға ҡала эргәһе тимер юл транспортында бушлай йөрөү формаһында социаль хеҙмәтләндереү менән файҙаланыусы граждандарҙы йөрөтөү буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә договор шарттары буйынса өлгәшелгән килешеүҙәргә ярашлы, айырым категория граждандарына быйыл 1 ғинуарҙан барыуға һәм ҡайтыуға бер тапҡыр бирелә торған билеттар биреләсәк.  Бер тапҡыр бирелә торған билеттарға күсеү пассажирҙың ҡала эргәһе поезында йөрөү фактын раҫлау, льготалы категория граждандарының күпме йөрөүен һәм файҙаланылған бюджет средстволарының адреслылығын аныҡ иҫәпкә алыу өсөн кәрәк.

Граждандарҙың ҡала эргәһе транспортында бушлай йөрөүгә хоҡуғын бойомға ашырыу өсөн “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм ҡала эргәһе пассажирҙар компаниялары яғынан социаль хеҙмәтләндереү менән файҙаланыусы граждандарға йөрөү документтарын (билеттар), Рәсәй Федерацияһы закондарына ярашлы, сираттан тыш биреү тәьмин ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть