9 декабрь, Йома

14 ғинуар 2010 йыл, 10:42

“Салауат Юлаев” 2010 йылда тәүге матчты өйөндә үткәрә

автор: Дмитрий Слезин

Өфөнөң «Салауат Юлаев»ы кесаҙнала, 14 ғинуарҙа, Континенталь хоккей лигаһы чемпионаты сиктәрендә  2010 йылдағы тәүге матчты тыуған “Өфө-Арена”һында үткәрә. “Юлаевсыларға” Хабаровскиҙың “Амур”ы ҡаршы сыға.  

Уҙған миҙгелдә был команда менән өфөлөләр өс тапҡыр осрашты. Өфөлә хужалар 4:2 иҫәбе менән еңһә, Хабаровскиҙа буллиттар буйынса тәүҙә “Салауат” – 3:2, һуңыраҡ уйын аҙағындағы реваншы арҡаһында  2:1 иҫәбе менән “амурҙар” отҡайны.

Чемпионаттың һуңғы ике уйынында Өфө клубы еңелде – тәүҙә “Торпедо”нан (1:3), икенсеһендә “Авангард”тан (2:3 овертаймда).

“Амур” иһә дивизиондағы күршеһе Новокузнецкиҙың “Металлург”ы менән мәрәйҙәрен бүлеште – 4:1, 1:2 (буллиттар буйынса).

Бөгөн өфөлөләрҙең элекке капитаны Владимир Антиповҡа 32 йәш тула, һәм уның  боҙҙағы һәйбәт уйыны менән үҙенә бүләк яһауы ла бар.  

Чернышев Дивизионында 14 ғинуарға ҡарата турнир торошо түбәндәгесә: 1.“Салауат Юлаев (Өфө) – 94 мәрәй (43 уйын); 2.”Авангард” (Омск) – 71 (41); 3.”Барыс” (Астана) — 62 (45); 4.«Себер» (Новосибирск) – 47 (43); 5.«Амур» (Хабаровск) – 44 (42); 6.«Металлург» (Новокузнецк) – 42 (43).

темалар: хоккей,КХЛ