8 декабрь, Кесе йома

14 ғинуар 2010 йыл, 10:31

Быуатҡа тиң егерме йыл

автор: Лиә Нәғимова | фото: Андрей Старостин

«Быуатҡа тиң егерме йыл» — киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары көнөндә Матбуғат йортонда асылған Өфө фотографы Айрат Нурмөхәмәтовтың күргәҙмәһе шулай атала. Был экспозиция Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең егерме йыллығына ҡарата иғлан ителгән Республика йылына арналған.

Айрат Нурмөхәмәтов – талантлы һәм үҙенсәлекле фотограф. 1985 йылдан бирле ул «Башҡортостан» гәзитенең алмаштырғыһыҙ фотохәбәрсеһе. Бына сирек быуатҡа яҡын Башҡортостан тормошондағы бөтә төп ваҡиғалар, республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи һәм производство үҫеше уның иғтибарынан ситтә ҡалмаған. Күргәҙмә өсөн Айрат Нурмөхәмәтов үҙ фотоархивынан иң сағыу кадрҙарҙы һайлап алған.

— Күргәҙмәнең бөгөн Рәсәй матбуғаты көнөндә асылыуы ҙур әһәмиәткә эйә, — тине, күргәҙмәне асып, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев. – Бөгөнгө матбуғатты фотоһүрәттәрһеҙ күҙ алдына килтереү мөмкин дә түгел, уларҙың һәр ҡайһыһы тарихи ысынбарлыҡ, фактик материал.

Авторҙы тәүге персональ күргәҙмәһе менән ҡотларға уның дуҫтары һәм коллегалары, шулай уҡ республиканың башҡа гәзиттәренән хеҙмәткәрҙәр килгән.

— Башҡортостанда яҡшы фотожурналистика мәктәбе ойошҡан, һәм Айрат Нурмөхәмәтов уның лайыҡлы вәкиле, – тине «Башҡортостан» гәзите мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев. — Ул ҡәҙимге кеше иғтибар ҙа итмәгән һәр мөһим мәлде күреп ҡала һәм объективына эләктереп тә ала. Уның фотоматериалдары бай йөкмәткеле булыуы менән айырылып тора.

темалар: күргәҙмәләр