Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Парламентарийҙар "ер" һәм "социаль" закондарға үҙгәрештәр тәҡдим итә

Сәйәсәт

Өфөлә парламент комитеттарының ултырыштары башланды. Кисә Дәүләт Йыйылышы бинаһында Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет, Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзалары йыйылды. Яҙға закон проекттары буйынса эштең өлгө программаһында тәүге комитеттың — ете, икенсеһенең алты закон проекты бар.

Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет дүрт закон проектын ҡараны, шуларҙың береһе – “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” БР Законының 9-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғыһы беренсе уҡыуҙа тикшерелә.

Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет беренсе уҡыуҙа өс закон проектын ҡараны. “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тураһында” БР Законына индерергә тәҡдим ителгән үҙгәрештәр иғтибарҙы йәлеп итә. Улар инвалидтарға һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә социаль ярҙам саралары күрһәтеү төрҙәрен билдәләү, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенә ярашлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тураһындағы положениеларҙы аныҡлауға йүнәлтелә.

Депутаттар комитеттар ултырыштарында ҡаралған бөтә закон проекттарын хупланы һәм Дәүләт Йыйылышы Президиумы тарафынан ғинуарҙағы ултырыштың көн тәртибенә индереүгә тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть