10 декабрь, Шәмбе

14 ғинуар 2010 йыл, 9:38

Уҡытыусы йылында Башҡортостанда беренсе яңы мәктәп асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов | фото: Олег Яровиков

Ғафури районы Красноусол ауылында тантаналы рәүештә 1-се мәктәптең яңы бинаһы асылды. Церемонияла Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов, Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, Ғафури районы хакимиәте башлығы Әхәт Шаһиев ҡатнашты.

Мәктәптең яңы бинаһы төҙөлөшө өсөн “Йәшлек” паркының һәм “Миләшкәй” балалар баҡсаһы билмәһенән ер бүленгән. Инженер селтәрҙәре һәм мәктәп проектын “Башжилкоммунпроект” институты әҙерләгән, ә төҙөлөш эштәрен “Уралтөҙөлөшинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып барған. Уның барышында 288 миллион һум үҙләштерелгән. Һөҙөмтәлә ауыл халҡы 480 бала уҡыясаҡ өс ҡатлы заманса мәктәпкә эйә булды.

Аҫҡы ҡатта 204 урынлыҡ тантаналар залы, ашхана, мәктәп оҫтаханаһы, келәт бүлмәләре урынлашҡан. Беренсе ҡатында спортзал, уҡыу кабинеттары, китапхана, медпункт, уйын һәм ижади түңәрәктәр бүлмәһе бар. Икенсе ҡатта – уҡыу кабинеттары, хакимиәт бүлмәләре, мәктәп музейы. Мәктәп биләмәһендә тағы ла Балалар ижады үҙәге һәм волейбол, баскетбол майҙансыҡтары, йүгереү юлы, бейеклеккә һикереү өсөн махсус секторы булған стадион төҙөлгән.  

Президент һәм уны оҙатып йөрөүсе етәкселәр уҡыу кабинеттарын һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараны, балалар менән аралашты. Унан һуң тантаналар залында мәктәп асылыуына ҡарата тантаналы йыйылышта ҡатнашып, уҡыусылар һәм райондың үҙешмәкәр коллективтары әҙерләгән концертты баһалай алды.

Мәктәп асылыуының шатлыҡлы ваҡиға булыуын билдәләне Ғафури районы хакимиәте башлығы Әхәт Шаһиев.

— Был ваҡиғаның Уҡытыусы һәм Республика йылына тура килеүе лә матур күренеш, — тине ул.

Мәғариф системаһына күрһәткән иғтибары өсөн Әхәт Шаһиев республика етәкселегенә рәхмәтен еткерҙе.

— Һуңғы 12 йылда Ғафури районында ғына 12 мәктәп төҙөлдө, бишәүһе реконструкцияланды, алтыһында капиталь ремонт башҡарылды, — тине Әхәт Шаһиев. — Яңы мәктәптә белем алыу һәм һәр яҡлап үҫешеү өсөн бар шарттар ҙа булдырылған.

Хакимиәт башлығы 2010 йылда, был мәктәптән тыш, тағы ла күп кенә социаль объекттарҙың файҙаланыуға тапшырыласағын билдәләне. Ғафури халҡы өлгәшкән иҡтисади күрһәткестәр ҙә ҡыуандыра, мәҫәлән, уҙған йыл менән сағыштырғанда райондың сәнәғәт производствоһы индексы 123 процентҡа еткән.

Әхәт Шаһиев “Уралтөҙөлөшинвест” төҙөүселәренең бер төркөмөнә Ғафури районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.  

БР Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, яңы мәктәп асылыуын билдәләргә йыйылыусыларҙы ҡотлап, Башҡортостанда “Мәғариф” өҫтөнлөкле милли проектын тормошҡа ашырыуҙың уңышлы дауам ителеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. 2009 йыл һөҙөмтәләре буйынса урта белем биреү өлкәһен үҫтереүҙә республика илдә өсөнсө урында тора.

— Киләсәктә лә лайыҡлы граждандар тәрбиәләргә тырышасаҡбыҙ, — тине Зиннәт Аллаяров.

Тантана һуңында “Уралтөҙөлөшинвест” ойошмаһының генераль директоры Али Аскеров  мәктәп директоры Галина Петроваға мәктәптең символик асҡысын һәм төҙөүселәр бүләге – ноутбукты тапшырҙы.

Али Аскеров Башҡортостан Президентына “Уралтөҙөлөшинвест” менән республикала төҙөлгән социаль объекттарҙың фотоһүрәттәренән төҙөлгән альбом бүләк итте.

Альбомды ҡабул иткәндә Мортаза Рәхимов был предприятиеның башҡа райондарҙа ла күләмле төҙөлөш алып барыуын билдәләне. Бында, Ғафури районында, ул иҫке мәктәп бинаһын да уңышлы ҡулланыу юлын тапҡан. Хәҙер иҫке бинала капиталь ремонт бара, был эштәр тамамланғас, уҡытыусылар өсөн 30-40 фатир файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Шулай итеп, мәктәп төҙөлөшө менән бергә уҡытыусыларҙың торлаҡ мәсьәләһе лә хәл ителә.