11 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2010 йыл, 18:31

1 ғинуарҙан араҡының минималь хаҡы - 0,5 литрына 89 һум

автор: Ғәлиә Нәбиева

Алкоголь баҙарын көйләүсе федераль хеҙмәт берәмләп һатыуҙа араҡы хаҡының минималь күләмен билдәләне. Беренсе ғинуарҙан Рәсәй Федерацияһында етештерелгән һәм уның биләмәһенә индерелгән араҡының хаҡы 0,5 литрына 89 һумдан кәм булмаҫҡа тейеш. Башҡа төрлө һыйышлыҡтағы һауыттарға ҡойолған араҡы хаҡы минималь хаҡҡа пропорциональ рәүештә иҫәпләп сығарыла.  

— Башҡортостандың алкоголь баҙарына был сараның йоғонтоһо булмай, — тине Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығы начальнигы Айбулат Хәйбуллин.  — Республика селтәрендә хаҡы минималь күләмдән түбән булған араҡы юҡ. Кәштәләргә контрафакт продукция эләкмәһен өсөн республика етәкселеге алкоголь баҙарын ныҡлы күҙәтеү аҫтында тота. Бигерәк тә Башҡортостанда сифатлы алкоголь продукцияһын етештереүсе етди “Башспирт” предприятиеһы булғанда.

Шул уҡ мәлдә Рәсәй өсөн был сараның бик кәрәкле булыуын да һыҙыҡ өҫтөнә алды ведомство етәксеһе. Күрше өлкәләрҙә сауҙа нөктәләрендә контрафактлы сифатһыҙ алкоголде реализациялау мәсьәләһе бик киҫкен тора.

Законға ярашлы, араҡыға билдәләнгән минималь хаҡты төшөргәндәр административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Вазифа биләүселәргә — илле мең һум (йәки өс йылға дисквалификацияланыу), юридик шәхестәргә йөҙ мең һум күләмендә штраф билдәләнгән.