8 декабрь, Кесе йома

13 ғинуар 2010 йыл, 17:57

Еңеү Көнө байрамында юғалтҡан килемен транспортсыларға кире ҡайтарасаҡтар

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың 3-12 майында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы һәм инвалидтарҙы йөрөтәсәк тимер юл, һауа, һыу юлы һәм автомобиль транспорты ойошмаларына субсидиялар биреү Ҡағиҙәләре раҫланған.

2009 йылдың 31 декабрендәге 1176-сы һанлы РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, үрҙә билдәләнгән граждандарҙы бушлай йөрөтөү арҡаһында барлыҡҡа килгән зыянды ҡаплау өсөн субсидия күләме һауа транспортында – эконом кластағы билет хаҡын, тимер юлда – купе һәм ултырыу урындары ғына булған вагондағы тарифтарға ярашлы, эске һыу транспортында -  йылға судноларының III А и III Б категорияһындағы каюталарҙа, диңгеҙ транспортында — IV и V категориялы каюталар һәм ултырыу урындарында, автомобиль транспортында – дөйөм типтағы автобустарҙа, шулай уҡ йомшаҡ креслолы автобустарҙа ҡаралған тарифтарҙы иҫәпкә алып билдәләнәсәк.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә бәйле юбилей саралары үткән осорҙа һуғышта ҡатнашыусылар һәм һуғыш инвалидтары үрҙә күрһәтелгән юл йөрөү төрҙәре менән бушлай ҡуллана ала.