7 декабрь, Шаршамбы

13 ғинуар 2010 йыл, 17:26

Өфөлә Нанотехнологиялар үҙәге асыу планлаштырыла

автор: Любовь Колоколова

Рәсәйҙә Нанотехнологиялар үҙәктәре үҫешәсәк. Наноүҙәктәрҙең береһен Өфөлә асырға планлаштырыла. Илебеҙҙә «наноселтәр» булдырыуға дүрт миллиард һум аҡса бүленәсәк.

Нанояпма һалыу үҙәктәре селтәрен булдырыуҙа «Роснано» и «Росатом» дәүләт корпорациялары, шулай уҡ башҡа ҡайһы бер предприятиелар ҡатнашасаҡ, сөнки өр-яңы технологияларҙы файҙаланыу суднолар һәм машиналар двигателдәре, корпустарының, металл төҙөлөш конструкцияларының хеҙмәт итеү срогын һиҙелерлек оҙайтырға булышлыҡ итәсәк. Проект нанояпма һалыуҙың яңы ысулдарын эшкәртеүҙе күҙ уңында тота.

Хәҙерге ваҡытта Пермдә һәм Төмәндә наноүҙәктәр эшләй ҙә инде. Санкт-Петербургта, Сургутта, Курскиҙа һәм Өфөлә ошондай үҙәктәр төҙөргә планлаштырылған. Өфөлә уның нигеҙе булып Өфө дәүләт авиация техник университетының тикшеренеү базаһы торор, моғайын.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан баш ҡалаһында 2007 йылдан «Авиацион технологиялар технопаркы» эшләп килә, ул «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән ӨДАТУ-ҙың берлектәге проекты. Нанотехнологиялар бишенсе быуын авиадвигателдәр етештереүҙә файҙаланыла ла инде.

Белгестәр иҫәпләүенсә, тәҡдим ителгән технологияларҙы әүҙем индереү Рәсәй иҡтисадының күп тармаҡтарында яңы үҙенсәлекле, юғары конкуренциялы продукттар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итәсәк.