4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2010 йыл, 17:21

15 ғинуарҙа ҡояш тотола

автор: Марина Шумилова

Яңы башланып торған 2010 йыл астрономик ваҡиғаларға бай түгел, — тип һөйләне “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына Өфө планетарийының әйҙәүсе белгесе Тамара Денисова. – Йыл башында ғына ике күк есеме тотолоуы күҙәтелә, улары ла асыҡ түгел. Шуларҙың береһе – Ай тотолоуы – яңы йыл төнөндә булып үтте. 15 ғинуарҙа иһә, әгәр көн торошо һәйбәт булһа, Башҡортостан халҡы өлөшләтә Ҡояш тотолоуын күҙәтәсәк, әммә быныһы ла асыҡ күренмәҫ. Ай Ҡояш ҡулсаһының ситенә генә ҡағыла, ҡояштың ни бары 0,015 өлөшө ҡапланыр. Ул Өфө ваҡыты менән 12.09 сәғәттә башлана, максималь фазаһына 12.26 сәғәттә етә һәм 12.44-тә тамамлана. Ҡояш тотолоуын республика халҡы йәнә 2011 йылдың 4 ғинуарында күрә ала, ул саҡта Ай Ҡояш ҡулсаһының яртыһын тиерлек (0,7) ҡаплаясаҡ.

темалар: фән