6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2010 йыл, 17:00

Граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуҡтарына асыҡлыҡ индерелде

автор: Юлай Мәғсүмов

“РФ халҡын эш менән тәьмин итеү тураһындағы” федераль законға эш биреүселәрҙә төрлө хоҡуҡи статуста эшләүсе граждандарҙың хеҙмәт хоҡуғына бәйле төҙәтмәләр индерелде.

Атап әткәндә, 2009 йылдың 27 декабрендәге 367-ФЗ һанлы законында күрһәтелгән төҙәтмәләр менән билдәләнгән тәртиптә эшһеҙ тип табылған һәм мәшғүллек хеҙмәте үҙәктәре менән  һөнәри әҙерлек йәки ҡайтанан әҙерлек үтергә һәм квалификацияһын күтәрергә ебәрелгән граждандарға стипендия түләнә. Ул һуңғы эш урынында уртаса эш хаҡы һаҡланған ваҡыттан һуң, эштән киткәндә бирелгән пособиены ла иҫәпкә алып, киләһе көндән билдәләнә.  

Ойошманың ябылыуы тураһында ҡарар ҡабул итерҙән алда йәки шәхси эшҡыуарҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға йыйынғанында, шулай уҡ ойошмала хеҙмәткәрҙәр штатын йәки эшселәр иҫәбен ҡыҫҡартырға кәрәк булһа, бындай сараларҙы башлар алдынан эш биреүсе йәмғиәт — ике айҙан да һуңламайынса, ә эшкә яллаусы эшҡыуар ике аҙна элек эш менән тәьмин итеү хеҙмәте үҙәктәрен яҙма формала иҫкәртергә бурыслы.