Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Сит ил паспорты өсөн дәүләт пошлинаһы күләме арта

Йәмғиәт

29 ғинуарҙа РФ Һалым кодексы статьяларына, шулай уҡ айырым закон акттарына үҙгәрештәр көсөнә инәсәк. Уларға ярашлы, Рәсәй гражданлығы алған йәки унан сыҡҡан өсөн дәүләт пошлинаһы күләме артасаҡ.

Сит ил паспорты биреү өсөн пошлина күләме лә үҙгәрәсәк. Иҫке өлгөләге паспорт өлкәндәр өсөн мең һумға һәм 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн 300 һумға төшәсәк.  Өлкәндәрҙең биометрик параметрҙары менән паспорт 2,5 мең һум тип баһаланды, балаларҙыҡы – 1 200 һум. Федераль закондарҙағы үҙгәрештәргә ярашлы, электрон мәғлүмәт һалынған сит ил паспорттарының ғәмәлдә булыу срогы 10 йылға тиклем арта. Бындай паспорттар биреү өсөн дәүләт пошлинаһы ике мең һумға етә.

Рәсәйҙән сығыуға һәм Рәсәйгә инеүгә виза өсөн сит ил кешеһенә 600 һум түләргә тура киләсәк, ә сикте күп тапҡырҙар аша үткән осраҡта – мең һум. Сит дәүләт кешеһен ҡунаҡҡа саҡырыу өсөн рәсәйлегә 500 һум түләргә тура киләсәк. Сит ил хеҙмәтсәндәрен йәлеп итеүгә рөхсәт алыу алты мең һумға төшәсәк. Сит ил кешеһе йәки гражданлығы булмаған кеше ике мең һум түләп эшкә рөхсәт ала аласаҡ.

Рәсәй граждандары, элек алынған, ғәмәлдә булыу срогы сыҡҡан паспортын тапшырмайынса, яңы сит ил паспорты юллай башлауға тотона ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть