Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөнөң Ферин урамында яңы хоккей ҡумтаһы

Йәмғиәт

15 ғинуарҙа Өфөлә Ферин урамында реконструкцияланған хоккей ҡумтаһы асыласаҡ.

Уны асыу тантанаһында «Салауат Юлаев» хоккей командаһының баш тренеры Вячеслав Быков һәм команда тренеры Игорь Захаркин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары Александр Артюхов һәм Виктор Чижиков, Өфөнөң Калинин районы һәм ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

2009 йылдың октябренән алып ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды баш ҡаланы мәҙәни үҫтереү сиктәрендә был проектҡа ярҙам күрһәтте.

ДОК һәм Инорс биҫтәләрендә йәшәүсе инициативалы кешеләр төркөмө проектты тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш башҡарҙы: ихата халҡы средстволарына яңы хоккей ҡумтаһы ҡуйылды, ут үткәрелде һәм прожекторҙар урынлаштырылды, майҙансыҡ тигеҙләнде, ҡумтаның борттары буяп ҡуйылды. Ҡаланың Ижтимағи үҫеш фонды һыу һиптереү өсөн шланг, кәртәләп алыу өсөн селтәр менән тәьмин итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть