3 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2010 йыл, 14:09

Күренекле ғалимдар исемендәге премияларға эштәр ҡабул итеү дауам итә

автор: Лиә Нәғимова

БР Фәндәр академияһында Башҡортостандың күренекле ғалимдары исемендәге 2010 йылғы премияларға дәғүә итеүгә эштәр ҡабул итеү дауам итә: Зәки Вәлиди исемендәге премияға – социаль һәм гуманитар фәндәр өлкәһендәге мөһим эштәр өсөн, Сергей Гаврилов исемендәге премияға – техник фәндәр өлкәһендәге мөһим эштәр өсөн һәм Андрей  Трофимук исемендәге премияға – нефть геологияһы өлкәһендәге мөһим эштәр өсөн.

Премияға дәғүә итеүгә индивидуаль авторҙарҙан да, шулай уҡ ғилми коллективтарҙан да эштәр ҡабул ителә. Коллектив эштәр тәҡдим иткәндә төп авторҙар һаны өс кешенән артмаҫҡа тейеш. Элек Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Дәүләт һәм исемле премияларына лайыҡ булған эштәр конкурсҡа ҡабул ителмәй.

Премиялар биреү тураһында ҡарар, шулай уҡ тәҡдим ителгән эштәргә ҡыҫҡаса аннотациялар «Вестник Академии наук РБ» журналында баҫылып сығасаҡ. Еңеүселәргә дипломдар БР Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышында тапшырыласаҡ. Материалдар 15 февралгә тиклем ҡабул ителә.

темалар: фән,премиялар