9 декабрь, Йома

13 ғинуар 2010 йыл, 13:46

Рәсәй халҡы Иҫке Яңы йылды ҡаршыларға әҙерләнә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Яңы йылды илебеҙ халҡы иҫкесә бөгөнгө төндә ҡаршылаясаҡ. Был байрамды билдәләү йолаһы Рәсәйҙә йылдарҙы иҫәпләүҙең яңы системаһына күскәс, 1918 йылдан баш ала. Ул иҫке юлиан менән яңы григориан календарҙәре айырмаһы менән бәйле. Был айырма XX – XXI быуатта 13 көнгә тиң.

Һөҙөмтәлә бик һирәк була торған тарихи феномен – элек юлиан календары буйынса йәшәгән илдәрҙә Яңы йылды ике тапҡыр билдәләү күҙәтелә. Ә дини кешеләр өсөн Иҫке Яңы йыл бигерәк тә әһәмиәтле, сөнки урыҫтарҙың православие сиркәүе һаман да григориан стиленә күсмәгән. Шуға ла Раштыуа посынан һуң православие динен тотоусылар Яңы йыл етеүен ҙур ихласлыҡ менән байрам итә ала.  

Илсе Ғайса Раштыуаһына өҫтәлгән быуаттар һанын дүрткә бүлеп булғанда юлиан һәм григориан календарҙәре айырмаһы йөҙ йылға бер көнгә артып бара. Шулай итеп, 2100 йылдың 1 мартында был айырма 14 көнгә етәсәк, һәм 2101 йылдан Иҫке Яңы йыл 14 ғинуарҙан 15-нә ҡарай төндә билдәләнәсәк. Раштыуа ла, тимәк, бер көнгә һуңлай.  

Йылдар үткән һайын Иҫке Яңы йыл илебеҙҙә популярлаша бара. Ул оҙайлы раштыуа-яңы йыл байрамдарының ахыры булһа ла, уға төп Яңы йыл төнөндә була торған ығы-зығы хас түгел.

Иҫке Яңы йылды билдәләү традицияһы беҙҙең илдә генә таралмаған. СССР тарҡалғандан һуң был байрамды, рәсми рәүештә булмаһа ла, Молдавия, Әрмәнстан, Беларусь, Украина, Казахстан, Үзбәкстан һәм Грузия билдәләй. Ошондай уҡ йола Сербияла, Черногорияла, Македония һәм Швейцарияның немец телле кантондарында таралған.

темалар: байрамдар