4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2010 йыл, 12:18

“Иң яҡшы төбәк гәзите-2009” конкурсына эштәр ҡабул ителә

автор: Любовь Колоколова

«Иң яҡшы төбәк гәзите–2009» IV Бөтә Рәсәй профессиональ конкурсына эштәр ҡабул итеү башлана. Ул Бөтә донъя редакторҙар форумы һәм Халыҡ-ара журналистика үҙәге ярҙамында Бойондороҡһоҙ төбәк нәшриәтселәре ассоциацияһы менән берлектә “Яңы Евразия” фондының киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү программаһы тарафынан ойошторолған.

Конкурсҡа 2009 йылда баҫылған эштәр түбәндәге номинациялар буйынса ҡабул ителә: «Иң яҡшы төбәк гәзите» (конкурстың төп номинацияһы), «Иң яҡшы аңлатма материал», «Иң яҡшы журналист тикшереүе», «Гәзит уҡыусылар менән иң яҡшы кире бәйләнеш»,  «Иң яҡшы фото», «Иң яҡшы акция», «Иң яҡшы редакция колонкаһы», «Иң яҡшы балалар бите (йәки ҡушымтаһы)» һәм «Иң яҡшы йәштәр гәзите».

Конкурс тураһында www.bestnewspaper.ru сайтында ентеклерәк мәғлүмәт алырға мөмкин. Ошонда уҡ уҙған конкурс еңеүселәре эштәрен ҡарай алаһығыҙ.

Билдәләнгән материалдар Рәсәй төбәк матбуғатында 2009 йылда баҫылған иң яҡшы эштәр йыйынтығына инәсәк. Конкурс йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара конференция үтәсәк. Заявкалар 2010 йылдың 15 февраленә тиклем ҡабул ителә.