6 декабрь, Шишәмбе

13 ғинуар 2010 йыл, 11:49

Башҡортостанда ДОСААФ-тың төбәк бүлеге асылды

автор: Николай Ермоленко | Олег Яровиков фотоһы

Өфөлә, “Нефтселәр” мәҙәниәт һарайында РОСТО (ДОСААФ) башҡорт республика ойошмаһының сираттан тыш конференцияһы үтте. Унда был ижтимағи ойошма Башҡортостан Республикаһының “ДОСААФ” дөйөм Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһының төбәк ойошмаһы тип үҙгәртелде. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй кимәлендә бындай үҙгәрештәр 2009 йылдың 17 декабрендә Мәскәүҙә үткән РОСТО (ДОСААФ)-тың IX сираттан тыш съезында башланғайны.

“Бындай үҙгәртеп ҡороуҙар Рәсәй Президентының йәштәрҙең хәрби хеҙмәткә әҙерлеген камиллаштырырға ҡушыуына бәйле алып барыла, — тине конференция делегаттарына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рафаил Диваев. – 2009 йылдың 28 ноябрендәге РФ Хөкүмәте ҡарарында дәүләт менән билдәләнгән бурыстар Рәсәй ДОСААФ-ына йөкмәтелгән. Уларға хәрби-патриотик тәрбиә, граждандарҙы хәрби белгеслектәргә әҙерләү, физик тәрбиә һәм хәрби спорт төрҙәре үҫешенә ҡатнашлыҡ, курсанттарҙың осоусы әҙерлеге, һөнәри белем биреү, осоусы һәм инженер-техник составының алған белемен һәм әҙерлеген тейешле кимәлдә тотоу, шулай уҡ башҡа төрлө авиацион эштәр үтәлеше, запаста булған граждандарҙың хәрби хеҙмәткә әҙерлегендә ҡатнашыу, техник һөнәри белгестәрҙе һәм техник ижад эшен әҙерләү, авария, һәләкәттәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыу, дөйөм мобилизациялау һәм һуғыш ваҡытында бурыстарҙы теүәл үтәү маҡсатында, Рәсәй ДОСААФ инфраструктураһы объекттарын тейешле кимәлдәге әҙерлектә тотоу кеүек бурыстар инә.  

Хәрби хеҙмәттең бер йылға ҡыҫҡартылыуы һәм Башҡортостандан Рәсәй Армияһына саҡырылыусылар һанының ике тапҡырға аҙайыуы сәбәпле, Рафаил Диваев Рәсәй ДОСААФ-ы системаһында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙең мөһимлеген билдәләне.

БР Президенты менән Хөкүмәт йәштәрҙең хәрби хеҙмәткә әҙерлегенә элек тә, әлеге ваҡытта ла тейешле иғтибар бүлә. 2000-2009 йылдар дауамында республика бюджетынан 190 миллион 374 мең һум бүленгән. Был аҡсалар автомәктәптәр, авиацион-спорт клубтарын, РОСТО-ның (ДОСААФ) район һәм ҡала советтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Әлеге ваҡытта, Рәсәй ДОСААФ-ы ижтимағи-дәүләт ойошмаһына әйләнгәс, РФ Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, йәштәрҙе ғәскәри хеҙмәткә әҙерләү буйынса төбәк програмалары әҙерләнәсәк, был программалар төбәк һәм муниципаль берәмектәр бюджетынан финансланасаҡ. Рафаил Диваев конференцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан төбәк бүлеген киләсәктә лә ярҙамынан ташламаясаҡ, тип ышандырҙы.  

“Йәштәрҙең хәрби хеҙмәткә әҙерлек кимәле генә түгел, дөйөмләштергәндә, үҫеп килеүсе быуын менән алып барыласаҡ эштәр ҙә Президент һәм РФ Хөкүмәте ҡуйған мәсьәләләрҙе нисек хәл итеүгә килеп тоташа, — тине  РОСТО (ДОСААФ) Советы рәйесе Илгиз Таңғатаров. Ойошманың яңы ижтимағи-хоҡуҡи статусы йәмәғәт һәм дәүләт мәсьәләләрен бер федераль стуктура эсендә хәл итергә мөмкинлек бирәсәк. Рәсәй ДОСААФ-ы алдында ватанды һаҡлау эшен тамырынан үҙгәртеп ҡороу, эштең яңы алымдарын һәм формаларын индереү, егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә әҙерләүҙе Рәсәй оборона министрлығының талаптарына ярашлы башҡарыу кеүек бурыстар ҡуйылған.”

“Мәсьәләләрҙең күләмлелеге һәм дәүләттең беҙгә булған ышанысы ойошманы Рәсәй ДОСААФ-ына үҙгәртеү буйынса башҡарылырға тейешле саралар комплексын тиҙләтеүҙе талап итә,” – ти ул. Генерал Таңғатаров Хөкүмәт билдәләгән һәр мәсьәләне анализлап, уларҙы хәҙерге этапта үтәү мөмкинлектәрен барланы. Шулай уҡ республика ойошмаһының ниндәй йүнәлештәр буйынса илебеҙҙә алдынғы урында булыуын әйтеп үтте һәм күрһәткестәрҙе, эш сифатын күтәреү кәрәклеген билдәләне.    

Артабан сығыш яһаған Стәрлетамаҡ ҡала ойошмаһы советы рәйесе Фәрит Миһранов, Белорет ойошмаһы советы рәйесе Георгий Завьялов, Салауат автомәктәбе начальнигы Мәмет Ҡадиров, республика советы рәйесенең спорт буйынса урынбаҫары Мираль Әхмәтйәнов, Рәсәй Мотофедерацияһы президенты Риф Сәйетгәрәйев һәм Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Илдар Баһаутдинов ойошма ижтимағи-дәүләт статусына эйә булғанда республиканың оборона ойошмаһына үҙ бурыстарын үтәүе еңелләшерен билдәләп, РОСТО-ны Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан төбәк бүлегенә үҙгәртергә тауыш бирергә саҡырҙы.  

Ойошманы үҙгәртеү асыҡ тауыш биреү һөҙөмтәһендә хәл ителде, артабан ҡатнашыусылар Рәсәй ДОСААФ ижтимағи-дәүләт ойошмаһының Уставын ҡабул итеү өсөн тауыш биргәндән һуң, РОСТО (ДОСААФ) республика ойошмаһы конференцияһы артабан Рәсәй ДОСААФ-ы бөтә Рәсәй ижтимағи-дәүләт ойошмаһы Төбәк бүлегенең тәүге конференцияһы булараҡ дауам итте.  

Рәйеслеккә кандидатураһын Рәсәй ДОСААФ-ы рәйесе Сергей Маев тәҡдим иткән Илгиз Таңғатаров һайланды, уны тәҡдим итеүҙәрен БР Президенты Хакимиәте лә, БР Хөкүмәте лә хупланы. Ойошма Советына һайланған 61 ағзанан тыш, унда БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры урынбаҫары Тимерғәле Минһажев, БР Мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин, БР иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Эдуард Аҙнабаев, республиканың һуғыш һәм хәрби хеҙмәт ветерандары комитеты рәйесе Марс Хәбибуллин, Рәсәй Мотофедерацияһының вице-президенты Риф Сәйетгәрәйев инде.  

Конференция аҙағында Башҡортостан ДОСААФ-ының тәүге пленумы үте, уның барышында 15 кешенән торған эш президиумы һайланды. Президиум эшендә теләге буйынса республика ДОСААФ советының һәр ағзаһы ҡатнаша алыуын билдәләне Илгиз Таңғатаров.

Артабан ҡала һәм райондарҙағы РОСТО (ДОСААФ) ойошмаларында сираттан тыш конференциялар үткәреү билдәләнгән. Үҙгәртеүҙәр тиҙләтелгән режимда һәм теркәлеү документтары хатаһыҙ эшләнгән осраҡта, Рәсәй ДОСААФ-ының республика ойошмаһы һәм уның филиалдары апрель аҙағында уҡ юридик шәхес хоҡуғын аласаҡ.