9 декабрь, Йома

13 ғинуар 2010 йыл, 11:30

Әхәт Фәсхетдинов вафат булды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 11 ғинуарында 60-сы йәшендә Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы, Р.Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография училищеһы директоры Әхәт Әхмәт улы Фәсхетдинов ҡапыл вафат булды.

Әхәт Фәсхетдинов 1950 йылдың 21 мартында Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуған. Уның ижади биографияһы 1967 йылда Башҡортостандың Халыҡ бейеүҙәре ансамблендә (хәҙерге Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле) башлана. 1987 йылда Н.К.Черкасов исемендәге Ленинград дәүләт театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлағандан һуң Әхәт Әхмәт улы республиканың төп бейеү коллективына директор булып ҡайта. Унан һуңғы йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры директоры урынбаҫары, Өфө хореография училищеһы директоры, Башҡортостан Республикаһы музыкаль-сәхнә сәнғәте ижади берекмәһе генераль директоры урынбаҫары булып эшләй. 1998 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһының Нефтекама филиалын етәкләй, бында ул үҙенең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә бөгөн республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле үҙенсәлекле ижади коллектив туплай.

2006 йылда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы саҡырыуы буйынса гастроль-фестиваль дирекцияһын етәкләй. Уның ҡатнашлығында Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығын байрам итеү сиктәрендә мәҙәни саралар,  «Туғанлыҡ» Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале һәм башҡа бик күп саралар уңышлы үтте.

2008 йылда  Фәсхетдинов Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының кадрҙар һәм уҡыу йорттары бүлеге начальнигы, шул уҡ йылда Р.Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография училищеһы директоры итеп тәғәйенләнә. Ул эшләгән осорҙа уҡыу йортона колледж статусы бирелә. Училище уҡыусылары Туапсела, Францияла хореография сәнғәте фестивалдәрендә уңышлы ҡатнаша, Германияла гастролдәрҙә була.

Етәксе вазифаларҙа эшләп, Әхәт Әхмәт улы үҙен инициативалы, тәжрибәле ойоштороусы, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары коллективтарын оҫта туплаусы итеп күрһәтә, үҙ коллегалары араһында тәрән ихтирам һәм абруй ҡаҙана.

Әхәт Әхмәт улына тыуған яғына һөйөү, үҙ халҡына бирелгәнлек, эш һөйөүсәнлек, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади дәрт, изгелек һәм ярҙамсыллыҡ кеүек сифаттар хас булды.

Яҡшы кеше, һәләтле етәксе Фәсхетдинов Әхәт Әхмәт улы хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Некрологка М.Ғ.Рәхимов, К.Б.Толкачев, Р.С.Сарбаев, Н.А.Курапов, С.Н.Лаврентьев, И.Ғ.Илешев, П.Р.Качкаев, Р.Р.Сәйетов, Х.Х.Мәүлиҡасов, И.Ғ.Ғәләүетдинов, В.Г.Рихтер, Р.И.Хәлимов, А.Г.Искәндәров, Л.С.Ҡыуатова ҡул ҡуйған.

темалар: некрологтар