10 декабрь, Шәмбе

13 ғинуар 2010 йыл, 10:21

Максимовка сусҡасылыҡ комплексын реконструкциялау яҡшы бара

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов “Максимовка”  агросәнәғәт комплексының һимертеү майҙансығын реконструкциялау барышын ҡараны.

Комплекс  составына өс предприятие — “Максимовка сусҡасылыҡ комплексы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Бөрө  ит комбинаты һәм Осиновка ауылындағы сусҡасылыҡ комплексының һимертеү майҙансығы инә. Бер нисә ай эсендә төҙөүселәр “Ленинский Октябрь” ауыл хужалығы етештереү кооперативының иҫке биналарын реконструкцияланы. Уларҙың урынында бөгөн заманса дүрт малсылыҡ корпусы тора. Тағы ла бер корпусты реконструкциялау тамамланып килә, бер үк ваҡытта яңы өс корпус төҙөлә. Әлеге ваҡытта төҙөлөш эшенең 70 проценттан ашыуы үтәлгән. Республика бюджеты средстволарын да иҫәпкә алып, проекттың дөйөм инвестициялар күләме 1 миллиард һум самаһы тәшкил итә.

Сусҡаларҙың тәүге партияһы, йәғни 4 мең баш, былтыр ноябрҙә биналарға урынлаштырылған. Комплекста барлығы 44 мең сусҡа аҫраласаҡ. Тоҡомсолоҡ фермаһынан бында һимертеү өсөн үҫтерелгән сусҡалар ебәреләсәк. Ә ит киләсәктә Бөрө ит комбинатында эшкәртеләсәк.

Республика Президенты комплекстың таҙалығына иғтибар итте. Ул шулай уҡ ҡорамалдың сифатын билдәләне.

Сусҡаларҙы һимертеү буйынса бөтә операциялар тулыһынса механизацияланған, климат-контроль автоматлаштырылған. Үҙ ихтыяждары өсөн крематор, һуғым майҙансығы булдырыу күҙаллана.