4 декабрь, Йәкшәмбе

13 ғинуар 2010 йыл, 10:02

Еңел һәм туҡыу сәнәғәте предприятиелары профсоюзы 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзының Башҡортостан республика ойошмаһы иҫтәлекле дата – үҙенең 55 йыллығын билдәләй.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, был тармаҡ предприятиеларында профсоюз ойошмалары 1955 йылға тиклем үк булған. Әммә улар тарҡау эш иткән. Заман шарттары берләшеүҙе һәм үҙ-ара килешеп эш итеүҙе талап иткән. Шуға күрә лә 1954 йылдың 30 ноябрендә киң ҡулланыу тауарҙары сәнәғәте эшселәренең Үҙәк профсоюз комитеты ҡарары менән Башҡорт АССР-ы буйынса профсоюз ойоштороу бюроһы раҫлана. Ә 1955 йылдың 12 декабрендә киң ҡулланыу тауарҙары сәнәғәте эшселәре профсоюзының беренсе Башҡортостан конференцияһы үткәрелә. Был конференцияла 23 кешенән торған профсоюз активы һәм уның беренсе рәйесе итеп Елизавета Семенищева һайлана.

1958 йылда профсоюздың исеме үҙгәртелә, шул ваҡыттан алып ул туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы булараҡ билдәле. 1960 йылда уҡ профсоюз составында 13 меңдән ашыу хеҙмәткәре менән 30 предприятие иҫәпләнә. Ә 1965 йылда тармаҡ профсоюзы ағзаларының һаны 24 мең кеше тәшкил итә.

Бөгөн республика профсоюзы Рәсәй туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Республиканың 27 еңел һәм туҡыу сәнәғәте предприятиеһында һәм профилле уҡыу йорттарында тәүге профсоюз ойошмалары эшләй.