Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Бөрөнөң 350 йыллығына ҡалала физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Бөрөлә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөшө менән танышты. Төбәк башлығы буласаҡ спорт ҡоролмаһының проект документтарын ҡараны. Яҡын киләсәктә ҡалала ике ҡатлы заманса комплекс ҡалҡып сығасаҡ. Беренсе ҡатында бассейн менән спорт уйындары өсөн спортзалдың булыуы күҙаллана. Фитнес һөйөүселәр икенсе ҡаттағы махсус бүлмәлә буй-һынын тәртипкә килтерә ала. Шунда уҡ тренажерҙар һәм массаж залы ла ҡаралған.

— Беҙ был объектты 2010 йылдың сентябрендә тапшырырға иҫәп тотабыҙ, — тине эш сәфәрендә республика башлығын оҙатып йөрөүсе Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин. Ул спорт комплексы төҙөлөшөндә яңы конструкциялар ҡулланылыуы тураһында һөйләне, бюджет финанслауының планлаштырылыуы арҡаһында төҙөлөш тиҙлеге артыуын билдәләне.    

— Бөрөлә бындай заманса комплекс күптән кәрәк ине, — ти Бөрө районы хакимиәте башлығы Николай Хорошилов. Бөрө халҡының күпселеге йәштәр һәм спорт һөйөүселәр. Уҙған йылда ғына Бөрөлә төрлө спорт төрө буйынса 25 мастерлыҡҡа кандидат әҙерләнгән. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы эшләй башлағас, кешеләргә спорт менән профессиональ кимәлдә шөғөлләнеүгә мөмкинлектәр асыласаҡ.

2013 йылда Бөрө 350 йыллығын билдәләй. Спорт комплексы төҙөлөшөн “юбилейлы” объекттар иҫәбенә индерергә ҡарар ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть