7 декабрь, Шаршамбы

13 ғинуар 2010 йыл, 9:09

Башҡортостан киҙеүҙең икенсе тулҡынына әҙер

автор: Евгения Никольская

Бөгөн республикала миҙгел киҙеүе менән бәйле хәл тотороҡланды. 2010 йылдың 11 ғинуарына ҡарата эпидемия сиге 20 процентҡа төштө. Миҙгел киҙеүенән республика халҡының 30 процентына прививка яһалған – был 1 миллион 159 мең кеше. Муниципаль берәмектәр, предприятие һәм ойошмалар иҫәбенә 359 мең кешегә прививка эшләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, А/Н1N1 вирусынан хәүеф төркөмө – медицина һәм социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре, 18 йәштән өлкән студенттар һәм мәктәп уҡыусылары сәсәк һалдырған. Бөгөн был һорау менән поликлиникаларға оҙайлы сиргә дусар һәм иммунитеты түбән граждандар мөрәжәғәт итә ала.  

Күҙаллауҙар буйынса, ғинуар аҙағынан башлап, миҙгел грибының икенсе тулҡыны көтөлә. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, борсолорға урын юҡ. Республикала вирусҡа ҡаршы препараттар етерлек кимәлдә.