8 декабрь, Кесе йома

13 ғинуар 2010 йыл, 8:43

Төҙөүселәр бюджеттан ярҙам ала

автор: Любовь Колоколова

Республиканың адреслы инвестицион программаһы нигеҙендә уҙған йылдың аҙағында бер нисә төҙөлөш ойошмаһына бетон транспорты техникаһын һатып алыуға финанс ярҙамы күрһәтелде.

Был техниканы “Туймазы автобетоновоздар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте сығара. Ул артабан республиканың мәғариф учреждениелары төҙөлөшөндә ҡулланыласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте был маҡсатҡа 22,8 миллион һум аҡса бүлгән. Яңы техника “ПМК-Баймаҡ”, “Уфастройинвест”, “Агидельстройсервис”, “Акрополь”, “СК Зауралье”, “Экопласт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренә китәсәк.

БР Сәнәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығы ҡушыуы буйынса, “Туймазы автобетоновоздар заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге тәүҙә республика бюджетынан финансланған мәғариф учреждениелары төҙөлөшөн алып барыусы подрядсыларҙың махсус техникаға булған мохтажлығын асыҡлаған.

Һөҙөмтәлә подрядсылар Республика капиталь төҙөлөш идаралығы аша ташламалы килешеү юлы менән Туймазы заводынан 21,2 миллион һумға техника һатып ала алған. “ПМК-Баймаҡ” ойошмаһы туранан-тура 1,6 миллион һумлыҡ бер төҙөлөш техникаһын һатып алһа, яҡын арала республика программаһы иҫәбенә бетон иҙгестәр менән  тағы ла “Уфастройинвест”, “Агидельстройсервис”, “Акрополь”, “СК Зауралье”, “Экопласт” автопаркы тулыландырыласаҡ.