10 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 16:12

Өфө трикотаж фабрикаһы яңы “Яҙ – 2010” коллекцияһын сығарҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфө трикотаж фабрикаһының дизайнерҙары яңы “Яҙ -2010” кейем коллекцияһын әҙерләне. Әле уны күпләп сығарыу өсөн производствоға ебәрәләр. Яңы коллекция әүҙем тормош алып барған хәрәкәтсән ҡатын-ҡыҙҙарға иҫәпләнгән.

Яңы моделдәрҙең универсаллеге төрлө әйберҙе уңышлы берләштерергә ярҙам итә. Быға дөрөҫ һайланған төҫтәр гаммаһы ла булышлыҡ итә.  

Яҙҙың беренсе көндәре һыуыҡ була. Шуға ла яҙғы коллекция, һыуыҡ һәм йылы көндәрҙе иҫәпкә алып, ике йүнәлештә эшләнгән.

Өфө һылыуҡайҙары нәзәкәтле ҡыҫҡа пальто йәки йылы нейтраль тондарҙағы жакет, башлыҡ һәм шарфтарҙан үҙҙәренә кәрәклеһен һайлай ала. Яңы коллекцияның төҫтәр гаммаһында ағас ҡайыры, зәйтүн емеше, сағыу иристар, рауза, күк йөҙө, дымлы балсыҡ төҫтәрен күрергә мөмкин.

V-ға оҡшаш һәм түңәрәк уйымдар кейемде күркәм итә.