3 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 18:30

Рәсәй матбуғаты көнө менән!

автор: Башинформ

Ҡәҙерле дуҫтар!

Журналистарҙы, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, гәзит һәм журналдар редакциялары хеҙмәткәрҙәрен, журналистика ветерандарын һәм башлап ҡәләм тибрәтеүселәрҙе һөнәри байрамдары – Рәсәй Матбуғаты көнө менән ихлас ҡотлайым!

Бөгөн беҙҙең матбуғат, халыҡтың йәмғиәт тормошо, донъяла, илдә һәм республикалағы ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәткә хоҡуғын тәьмин итеп, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы  уңышлы үтәй. Беҙҙә ете телдә нәшер ителгән 1000-дән ашыу ваҡытлы баҫмалар теркәлгән. Уларҙың күбеһенә дәүләт ярҙам итә, сөнки улар Башҡортостандың үҫешендә, милли рухи-мәҙәни традицияларҙы һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүҙә мөһим роль уйнай. Республиканың полиграфия тармағы ла йылдан-йыл үҫешә. Төп мәғлүмәт сараларының күбеһе, төҫлө баҫмаға күсеп, күп төҫлө һәм сағыуға әйләнде, тимәк, хәҙерге заман медия майҙанында конкуренцияға һәләтлелеге күтәрелде, тигән һүҙ.

Элек-электән матбуғат һүҙенә ҡараш айырылып торҙо. Уға ышаналар, авторҙар фекеренә ҡолаҡ һалалар, ә журналистарҙың хеҙмәтен ихтирам итәләр. Матбуғат һәр ваҡыт йәмғиәт кәйефенә йоғонто яһауҙың нескә механизмы, уның рухи һәм интеллектуаль сәләмәтлегенең үҙенсәлекле камертоны булып торҙо һәм булып ҡала.

Тармаҡтың хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре, һеҙ киләсәктә лә үҙ һөнәри бурысығыҙға, ватан журналистикаһының юғары традицияларына тоғро булырһығыҙ, тип ышанам.

Һеҙгә һаулыҡ һәм бәхет, яңы ҡыҙыҡлы фекерҙәр һәм сағыу уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов.