Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Уҡытыусы йылына бәйле Башҡортостан Республикаһында уҙғарыласаҡ саралар тураһында

Сәйәсәт

Рәсәй Федерацияһы Президентының 2009 йылдың 10 мартындағы 259-сы һанлы “Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылын уҙғарыу тураһында”ғы Указына ярашлы, Башҡортостан Президенты бөгөнгө Указы менән Рәсәй Федерацияһындағы Уҡытыусы йылына бәйле Башҡортостан Республикаһында саралар әҙерләү һәм үткәреү өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә ойоштороу комитетын булдырырға ҡушты. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәсәй Федерацияһындағы Уҡытыусы йылы сиктәрендә үткәрелергә тейешле раҫланған саралар планын иҫәпкә алып, БР Хөкүмәтенә Башҡортостан Республикаһында үткәреләсәк саралар планын эшләргә һәм раҫларға, Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды.

Башҡортостан Республикаһының муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә ошоға ярашлы сараларҙы Рәсәй Федерацияһындағы Уҡытыусы йылына бәйле үткәрергә тәҡдим ителде.

Указдың үтәлешен Башҡортостан Президенты Хакимиәте контролдә тотасаҡ.

Указ ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть