11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 15:23

2010 йылды Башҡортостанда Республика йылы итеп иғлан итеү тураһында Указға ҡул ҡуйылды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияны ҡабул итеүҙең егерме йыллығы хөрмәтенә, илдең демократик үҫеше һәм Рәсәй Федерацияһы составында Башҡортостан Республикаһының дәүләтселеге формалашыуы өсөн уны ҡабул итеүҙең тарихи әһәмиәтен билдәләп, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов бөгөн 2010 йылды Башҡортостанда Республика йылы итеп иғлан итеү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Указ менән Башҡортостан Республикаһында Республика йылын үткәреү буйынса Башҡортостан  Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев рәйеслегендә ойоштороу комитеты составы раҫланды.

Ойоштороу комитетына 2010 йылдың 30 ғинуарына тиклем Башҡортостан Республикаһында Республика йылын үткәреү буйынса Саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләргә тейеш.

Башҡортостан Республикаһы муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә Башҡортостан Республикаһында Республика йылын үткәреү буйынса тейешле ойоштороу комитеттары төҙөргә; Башҡортостан Республикаһында Республика йылын үткәреү буйынса ярашлы саралар пландары әҙерләргә, раҫларға һәм уларҙың үтәлешен тәьмин итергә тәҡдим ителде.

Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

Указ ҡул ҡуйған көндән алып көсөнә инә.