Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Ужымға һыуыҡ янамай

Иҡтисад

Быйылғы ҡышҡы һыуыҡ ужым культураларына янамай, тип ышандырҙы Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының прогрессив технологиялар һәм мелиорация бүлеге баш агрономыТаһирйән Мөхәмәтзиев.

Декабрҙәге тәүге һыуыҡтар агрономия хеҙмәткәрҙәрен бер аҙ хәүефләндергәйне. Ул ваҡытта ҡар ҡатламының ҡалын булмауы арҡаһында әсе һыуыҡ шытымдарҙы һәләк итә ала ине. Әммә Яңы йыл алдынан үткәрелгән тикшереүҙәр аграрийҙарҙы тынысландырҙы. Ужым шытымдары һәйбәт һаҡланған.

Әлеге ваҡытта башҡорт хеҙмәтсәндәренең страховка фондын өшөүҙән йомшаҡ ҡарлы юрған һаҡлай.

Керәшен һыуыҡтарынан һуң белгестәр үҫтереп ҡарау өсөн монолиттар һайлап аласаҡ, һәм агрономдар сәсеүҙең ниндәй торошта булыуына февралдә үк һығымта бирмәксе.

Республикала бөтәһе 568 мең гектар майҙанға ужым сәселгән, 15 мең гектарында — тритикале, майҙандың ҡалған өлөшө ужымға бирелгән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть