Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Версия Башкортостана» гәзитендә – бушлай юридик консультация

Йәмғиәт

"Версия Башкортостана" гәзите редакцияһында бөгөн "ҡыҙыу линия" үткәрелә. Гәзит уҡыусылар һорауҙарына РФ прокуратураһы ҡарамағындағы тикшереү комитетының БР буйынса тикшереү идаралығының Өфөнөң Октябрь районы буйынса тикшереү бүлеге етәксеһе Азат Вахитов яуап бирә.

"Версия Башкортостана" гәзитенә бик күп шылтыратыуҙар һәм хаттар килә: республика халҡын хоҡуҡи хәл итеүҙе талап иткән төрлө мәсьәләләр борсой. Гәзит бушлай хеҙмәтләндереү күрһәтә: редакцияға саҡырылған юристар һәм төрлө ведомстволар хеҙмәткәрҙәре граждандарға туранан-тура телефон аша консультация бирә. Был ике сәғәт эсендә бирелгән бөтә һорауҙарға яуаптар "Версия Башкортостана" гәзитенең яҡын көндәрҙәге һандарында баҫылып сыға.

"Ҡыҙыу линия" һәр ваҡыттағыса айҙың һәр икенсе һәм дүртенсе шишәмбе көндәрендә үткәрелә. Был көндәрҙә редакцияға 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем (8-347) 272-79-16  телефоны аша шылтыратырға һәм борсоған һорауыңды бирергә мөмкин. Шулай уҡ үҙ һорауыңды гәзиттән ҡырҡып алынған купонға ла яҙып ебәрергә мөмкин – яуап “Һеҙҙең хоҡуҡ” рубрикаһында баҫылып сығасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть