4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 13:35

Өфө прокуратураһы ҡаланың иң мөһим наградаларының береһенә лайыҡ булды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө Прокуратураһы коллективы һөнәри байрамдары менән бәйле ҡаланың иң мөһим наградаларының береһе – ҡала Советының стенаға эленә торған миҙалы менән бүләкләнде. Бөгөн тантаналы шарттарҙа Өфө хакимиәтендә ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин миҙалды Өфө прокуроры Рәмил Хәкимовҡа тапшырҙы.

— Был награда – Өфө Прокуратураһы коллективының ҡалабыҙҙың имен үҫешенә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшөн таныу ул, — тине Ирек Ниғмәтуллин. – Стенаға эленә торған миҙал менән йылына ике-өс ойошма коллективы ғына наградланыуы ла уның дәрәжәһен иҫбатлай.

Илебеҙҙә прокуратура органдары тарихы 1722 йылдан башлана. Ә Өфөлә прокуратура тәүге тапҡыр 1865 йылда ойошторола. Ирек Ниғмәтуллин әйтеүенсә, бөгөн Өфөлә прокуратура органдары енәйәтселеккә, коррупцияға, терроризмға ҡаршы көрәшкә тос өлөш индереп кенә ҡалмай, ҡабул ителгән ҡануниәт акттарын аңлатыу һәм хоҡуҡи төҙәтеү планында ҡала депутаттары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә.