11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 12:32

“Буш боттары”на Рәсәй баҙарына юл ябылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

1 ғинуарҙан Рәсәйҙең баш санитар врачы Геннадий Онищенко хлорлы препараттар менән эшкәртелгән ҡош-ҡорт итен Рәсәйгә индереүҙе тыйҙы. Был тыйыу америка боттарына ғына түгел, бөтә ситтән индерелгән ҡош-ҡорт итенә ҡағыла. Был ҡарарға ярашлы, “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы был продукцияның хәүефһеҙлегенә контроллек итеү буйынса күҙәтеү сараларын бойомға ашырасаҡ.  

Идаралыҡтың халыҡтың туҡланыуын күҙәтеү бүлеге начальнигы Илдар Уразбахтин хәбәр итеүенсә, иң сифатлы ҡош-ҡорт ите – һыуытылған ит: ул бик яҡшы тәм һәм туҡлыҡлылыҡ үҙенсәлектәренә эйә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай продукцияны һаҡлау срогы бик ҡыҫҡа. Шуға күрә импортерҙар үҙ продукцияһын туңдырыр алдынан һаҡлау срогын оҙайтыу өсөн тауыҡ иттәрен хлорлы препараттар менән эшкәртә. Һөҙөмтәлә зарарлы химик ҡушылмалар барлыҡҡа килә, улар кеше һаулығы өсөн зыянлы. Шулай уҡ тауыҡ ите диетик продукт булыуын һәм балаларға, ауырлы ҡатындарға һәм ауырыу кешеләргә тәҡдим ителеүен дә иҫәпкә алырға кәрәк.

Иң яҡшыһы, һыуытылған ҡош-ҡорт ите алыу өсөн боҙло һыу ҡулланыу. Шуның менән бәйле, белгестәр яратҡан ашамлыҡтарығыҙҙы әҙерләү өсөн ватан етештереүселәренең һыуытылған ҡош-ҡорт итен ҡулланырға тәҡдим итә.