Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Сәнәғәт производствоһы индексы 97,5 процент тәшкил итте

Сәйәсәт

Өфөлә 2009 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 2008 йылдағыға ҡарата 97,5 процент тәшкил итте. Был турала бөгөн ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡала башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Сатаров хәбәр итте.

— Шул уҡ ваҡытта баш ҡалалағы сәнәғәт производствоһы индексы республика күрһәткесенән — 96,2 процент – юғарыраҡ булып сыҡты. Дөйөм алғанда иһә, республика буйынса ла, Өфөлә лә уҙған йыл менән сағыштырғанда Рәсәйҙәге сәнәғәт производствоһы индексынең иң аҙ кәмеүе билдәләнде, — тине Рәшит Сатаров.

Иҡтисади көрсөк шарттарында был ярайһы уҡ юғары һөҙөмтәгә Өфө предприятиеларының йылдың һуңғы ике айындағы эше йоғонто яһаны. Мәҫәлән, ноябрҙә республика баш ҡалаһында сәнәғәт производствоһы индексы октябргә ҡарата 105,9 процент тәшкил итте. Декабрҙә лә уңышлы эшләнде. Һөҙөмтәлә бер йылда Өфөлә 230 миллиард һумлыҡ тауарҙар етештерелде һәм хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтелде. Хәҙерге ваҡытта Өфөнөң химия һәм нефть химияһы сәнәғәте предприятиеларында, машиналар һәм ҡорамалдар етештереүҙә, күн предприятиеларында хәлдәр сағыштырмаса яҡшы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть