4 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 10:45

Яңы йылда стәрлетамаҡтар һауым буйынса алдынғылыҡты һаҡлай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Стәрлетамаҡ малсылары Башҡортостанда һөт етештереү буйынса алда барыуын дауам итә. БР Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн районда тәүлегенә һәр һыйырҙан уртаса һауым 12 килограмм тәшкил итә. Был былтырғы кимәлдән 1 килограмға күберәк.

Йыл башынан алып һәр һыйырҙан 108 килограмм һөт һауып алынған, был былтырғы һөҙөмтәнән 9 килограмға юғарыраҡ. Йыл башынан тулайым һауым 905 тоннанан артығыраҡ, ауыл хужалығы предприятиелары тарафынан 759 тонна һөт һатылған. Халыҡтан 10 тонна һөт һатып алынған.