9 декабрь, Йома

12 ғинуар 2010 йыл, 10:32

Торлаҡ төҙөлөшө фонды ВТБ24 менән бергә эшләйәсәк

автор: Эльвира Латыпова

«Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды” дәүләт унитар предприятиеһы ВТБ24 коммерция банкында аккредитация үтте. Фонд инвестициялаған ҡайһы бер объекттарҙы хәҙер ипотека буйынса был кредит ойошмаһы аша һатып алырға мөмкин.

Төҙөлөш бөткәнсе кредит менән тәьмин итеүҙең төп шарты булараҡ инвестицион килешеү буйынса хоҡуҡты билдәләүсе документты йәки төҙөлөштә ҡатнашыу тураһындағы килешеүҙе закладҡа һалыу талап ителә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа мөлкәтте закладҡа һалыу йәки яуаплылыҡты өҫтөнә алыусылар кәрәк. Был торлаҡты ниндәй схема буйынса һатып алырға йыйыныуыңдан тора. Төҙөлөш тамамланғас, милеккә хоҡуҡты теркәгәс, ипотекаға алынған фатир залогта ҡаласаҡ (кредит бөткәнсе).

ВТБ24 банкының ипотека программаһы буйынса һатып алырға мөмкин булған объекттар тураһында мәғлүмәтте һәм һатып алыу шарттары тураһында Фонд сайтынан  www.gsfrb.ru  йәки (347) 22-99-123, 272-93-90 телефондарына шылтыратып белешергә мөмкин.