3 декабрь, Шәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 10:23

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

автор: «Башинформ»

12 ғинуарҙа прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы республика прокуратура органдары хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ҡотланы. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

"Башҡортостан Республикаһы прокуратура органдарының хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ — Рәсәй Федерацияһының Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!

300 йылға яҡын прокуратура Ватан мәнфәғәттәре һағында ныҡлы тора, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлай. Хоҡуҡ һаҡлау системаһының үҙәк өлөштәренең береһе булараҡ хеҙмәтегеҙ бөгөн хоҡуҡи дәүләт институттарын, демократик йәмғиәт нигеҙҙәрен, граждандарҙың закон менән гарантияланған хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын ышаныслы һаҡлай. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре енәйәтселеккә, коррупцияға, терроризмға һәм экстремизмға ҡаршы көрәшкә ҙур өлөш индерә.

Башҡортостанда прокуратура органдарының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн тейешле бөтә шарттар булдырылды. Үҫешкән ҡануниәт системаһы ойошторолдо, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары, йәмәғәт берекмәләре менән тығыҙ бәйләнешкә өлгәшелде. Ҡала һәм райондарҙа хоҡуҡ һаҡлау органдарының яҡшы эше өсөн тейешле шарттар булдырыуҙа даими һәм ҙур ярҙам күрһәтелә.

Иҡтисадта көрсөккә ҡаршы саралар планын тормошҡа ашырғанда һеҙҙең туранан-тура ҡатнашлығығыҙ менән социаль көсөргәнешлектең үҫеүенә юл ҡуйылманы, эш хаҡы буйынса бурыстары булған предприятиелар һаны кәметелде.

Республиканың прокуратура системаһында үҙ эшенә тоғро, юғары профессионаллеккә эйә, намыҫлы, ҡыйыу һәм принципиаль хеҙмәткәрҙәр эшләй. Һеҙ законды һаҡлаусылар исемен лайыҡлы йөрөтәһегеҙ, йәмғиәттә абруй һәм ихтирам яулайһығыҙ.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй хаҡына яуаплы хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.