11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 10:08

2010 йылда бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары көсәйтеләсәк

автор: Любовь Колоколова

Бәләкәй бизнес предприятиелары һаны артыуы көрсөктән һуңғы осорҙа иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙең мөһим факторы булып тора. Ошо маҡсатта 2010 йылға бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы программаһы үҙгәртелде һәм уның иҫәбенә башҡарылған дәүләт ярҙамы төрҙәре исемлеге киңәйтелде.

Был турала 2010 йылға РФ Хөкүмәтенең көрсөккә ҡаршы ғәмәлдәренең төп йүнәлештәрендә әйтелә. Мәҫәлән, былтыр “Рәсәй үҫеш банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында башланған бәләкәй предприятиеларға кредит биреү программаһы, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнесҡа кредит бүлеү өсөн гарантиялы фондтар механизмы быйыл тулы күләмдә эшләй башлаясаҡ. Рәсәй үҫеш банкы партнерҙары аша бәләкәй бизнес – кәмендә 100 миллиард һум, гарантиялы фондтар механизмы аша кәмендә 80 миллиард һум кредит аласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда йыл һайын Республика бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһы ҡабул ителә. Уға ярашлы былтыр программа йүнәлештәренең береһе – «старт ап» – буйынса 1800 самаһы эш урыны булдырылды. Бизнесты үҫтереүҙең башланғыс стадияһында эшҡыуарҙарға ярҙамға 116 миллион һум аҡса тотонолдо.

темалар: эшҡыуарлыҡ