11 декабрь, Йәкшәмбе

12 ғинуар 2010 йыл, 9:53

Бөрө "Керәшен һыуығы"на әҙерләнә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

20-24 ғинуарҙа Бөрөлә эстрада йырҙары һәм бейеү буйынса йыл һайын уҙғарылған “Керәшен һыуығы – 2010”  асыҡ фестиваль-конкурсы үтәсәк. Сираттағы фестиваль йәштәрҙе һәм билдәле йырсыларҙы ун алтынсыға йыя.

Бөрө район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Радик Яфаевтың “Башинформ”ға хәбәр итеүенсә, бөгөн ойоштороу комитетына барыһы 50 ғариза бирелгән. Ғаризалар ҡабул итеү дауам итә.  

Йола буйынса ижади ярыш бер нисә көн барасаҡ, уның дауамында баһалама ағзалары конкурсанттарҙы “Эстрада йырын башҡарыу” (соло, ансамбль), “Эстрада бейеүе” (ансамбль) һәм “Музыкаль коллективтар” номинацияларынан сығып баһалаясаҡ.  

Фестиваль-конкурстың Гала-концерты 24 ғинуарға билдәләнгән.

Әйтергә кәрәк, республикабыҙҙың һәм күрше өлкәләрҙең һәләтле ҡыҙҙары һәм егеттәре өсөн “Керәшен һыуығы” конкурсы – ул оло сәхнәгә сығыу, уңышҡа тәүге аҙым. Фестивалдә бығаса Башҡортостаның төрлө төбәгенән, шулай уҡ Нижневартовскиҙан, Ҡаҙандан, Яр Саллынан, Тольятти, Һамар, Екатеринбург һәм Мәскәүҙән һәләтле, үҙенсәлекле коллективтар һәм солистар сығыш яһаған.

темалар: конкурс